Среда, 09 Ноябрь 2016 09:53

Мәҙәниәт һарайы 85 йыллығын билдәләне

Автор 

Мәҙәниәт усаҡтары халыҡты бер ергә туплаған, әүҙем йәмәғәт тормошона йәлеп иткән, үҙ-ара матур бәйләнештәр, берҙәмлек булдырған уртаҡ йорт булып һанала. Нәҡ ошонда йәшәүгә дәрт, күңелебеҙгә рухи байлыҡ алабыҙ. Бында йырлап- бейеп күңел асыу өсөн генә йыйылмайҙар, рухты нығыталар, мәҙәни кимәлде үҫтерәләр һәм тормош матурлығын тойорға, уны яратырға ла өйрәнәләр.

Ҡалала ошондай йорттарҙың береһе булып, ҡала Мәҙәниәт һарайы тора. 1929 йылда төҙөлә башлап, 1931 йылдың 7 ноябрендә тантаналы асылған Мәҙәниәт һарайы әлегә тиклем үҙ асылын, йүнәлешен юғалтмай. Нәҡ ошонда бик күп һәләтле артистар ҡанат нығыта, ижади һәләтен үҫтерә һәм үҙен донъя сәнғәтендә таныта.

Бынан 85 йыл элек Мәҙәниәт һарайын асыу тантанаһында тамашасылар вестибюль, уң һәм һул яҡ фойе, тамаша залы менән таныша. Уларҙы тәүге ижади коллектив - тынлы оркестр тауышы аҫтында ҡаршы алалар. Һәүәҫкәр артистар тиҙ арала ғына эш башлап
китә алмай, сөнки бинаны төҙөп бөтөргә, эс яҡтан биҙәргә, төрлө ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин итергә кәрәк була. Был йәһәттән тәүге директор В.П. Лукашинский ҙур көс һала. Уның тырышлығы менән Мәҙәниәт һарайы йылдар дауамында ҡаланың мәҙәни үҙәгенә әйләнә.
1933 йылда иһә Мәҙәниәт һарайы тулы ҡеүәткә эш башлай һәм унда үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарына ла, төрлө йүнәлештә эшләгән клубтар, спорт секцияларына ла урын табыла. Ололар ғына түгел, балалар ҙа үҙен ҡыҙыҡһындырған, күңеленә ятҡан шөғөл таба. Мәҙәни саралар менән бер рәттән кинолар, рәсми йыйылыштар, ултырыштар ҙа йыш уҙғарыла. Нәҡ ошонда Белорет тамашасыһы төрлө билдәле ижади коллективтарҙың, Украин, Өфө театрҙарының, Горький күсмә театрының ижади эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша. Ул саҡта ҡаланың мәҙәни тормошо гөрләп тора һәм был һәр ваҡытта ла шулай булыр һымаҡ тойола.
Үкенескә ҡаршы, бар донъяны аяҡҡа баҫтырған Бөйөк Ватан һуғышы, бөтә нәмәнең аҫтын-өҫкә әйләндерә. Гөрләп эшләгән Мәҙәниәт һарайы ла һүнеп ҡала. 1942 йылда унда снарядтар эшләү өсөн станоктар әҙерләгән Клин заводын урынлаштыралар. Вестибюль менән бәләкәй зал йыйыу цехына, буфет менән спорт залы инструменталь цехҡа һәм оҫтаханаға әйләнә, ә тамашасылар залы һәм уның янындағы фойела механика цехы урынлаша. Урынды киңәйтеү өсөн сәхнәне лә һүтеп алалар.
Шулай ҙа, ауыр ваҡытҡа, үҙгәрештәргә ҡарамай ижади коллективтар үҙ эшен туҡтатмай икенсе ерҙә эшмәкәрлеген дауам итә. Был осорҙа бигерәк тә урындағы дәүләт драма театры әүҙем эшләй һәм ҡаланың мәҙәни тормошона йән өрә. Улар бер-бер артлы премьералар ҡуйып, ауыр тормоштан миктәгән халыҡ күңелен йылытырға, йәшәүгә дәрт уятырға, төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡларға тырыша.
1945 йылда танкылар төҙөү заводы элекке Мәҙәниәт һарайын бушата һәм бинаға ҙур капиталь ремонт талап ителә. Директор М.М. Косарев әүҙемлеге менән үҙешмәкәр коллективтарҙың эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә. Ә инде яңы етәксе Ю.В. Рыбаков килгәс, Мәҙәниәт һарайында алтын дәүер башлана тиергә була. Ижади коллективтарҙа ҡатнашырға теләгәндәр һаны ла көндән-көн арта үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары, пионер слеттары, тантаналы саралар, балалар иртәлектәре,Яңы йыл бал-маскарадтары, кинофестивалдәр, концерттар - былар Мәҙәниәт һарайы үткәргән сараларҙың яртыһы ғына була. Тора-бара, талантлы етәкселәр менән эшләгән үҙешмәкәр коллективтар ил, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә еңеүҙәр яулай башлай. Белорет артистарына Поль¬ша, Германия, Болгария, Франция, Төркиә, Италия тамашасылары ҡул саба.
Ҡала халҡы Юрий Рыбаков етәкселегендәге "Дуҫлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, тынлы халыҡ оркестры, ака¬демик халыҡ хоры, рус йырҙары халыҡ хоры менән ысын-ысындан ғорурланырға хаҡлы.
85 йыл ғүмер эсендә ҡала Мәҙәниәт һа¬райы ҙур үҫеш кисерә. Элекке традицияларға ярашлы, мәғариф учреждениелары менән дә тығыҙ бәйләнеш алып бара. Мәктәп абонементтары буйынса уҡыусылар йылына бер нисә тапҡыр үҙе теләгән мәҙәни сараға барып, рухи донъяһын байыта, билдәле сәнғәт әһелдәре менән таныша, тарих, әҙәбиәт, музыка буйынса белемен камиллаштыра ала.
Мәҙәниәт йортоноң техник базаһы ла заманса ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителгән. Тамаша барышында махсус эффекттар, төҫтәр сағылышын ҡул- ланыу, музыкаль, хореографик биҙәлеш, заманса декорациялар, костюмдар, режиссерҙарҙың ижади ҡарашы - былар барыһы ла тамашасыларҙың ялын матур, зауыҡлы, уларға күңелле сәғәттәр бүләк итеү өсөн эшләнә.
Бөгөн бында 50-нән ашыу ижади кол¬лектив, 10-дан ашыу төрлө йүнәлештәге клуб эшләй. Үҙешмәкәр коллективтарҙың 15-е "халыҡ", "өлгөлө" исемдәрен йөрөтә. Бында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып ветерандарға тиклем күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан. Ҡаланың мәҙәниәт үҙәгенә әйләнгән йорт күптәргә үҙ һәләтен асырға, шәхес булып формалашырға, ҙур сәхнәләргә алып сығырға ярҙам
итеүсе лә. Хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эшенең оҫтаһы булыуы, тормошто, кешеләрҙе яратыуы арҡаһында Мәҙәниәт һарайы ҙур еңеүҙәргә ирешә, республика кимәлендә үҙен таныта. Был хеҙмәттең емешен ҡала ғына түгел, район халҡы ла уртаҡ татый, уңыштарға бергә һөйөнә, бергә ғорурлана.
Ошо көндәрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сара барышында ошонда ҡасандыр эшләп киткән һәм әле лә илһамланып ижад иткән хеҙмәткәрҙәр сәхнә түрендә тәбрикләнде. Муниципаль район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзина бейеү ансамбле коллективтарына сәхнә костюмдары тектереү өсөн 300 мең һум аҡса бүленеүен әйтте. Ул Мәҙәниәт һарайында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә, ижади коллективтарға мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, даныбыҙҙы республикала ғына түгел, унан ситтә лә танытҡан, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Людмила Молокановаға, Динар Ғәниевҡа, Евгений Калугинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Юби¬лей тантанаһына арналған байрам кисәһе «Рәсәй киноһы» йылына арналды.

Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.
«Урал» гәзитенән

Прочитано 274 раз Последнее изменение Среда, 09 Ноябрь 2016 09:57
  • Данные
  • Наш адрес
  • Аббревиатуры
  • Наш баннер
©, 2014 г. Официальный сайт МКУ «Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан» (МКУ «Управление культуры»)
Адрес:  453500, Республика Башкортостан, г. Белорецк, ул. 5 июля, д. 3
E-mail: Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

 

Все материалы сайта МКУ "Управление культуры" могут быть воспроизведены в любых средствах массовой информации, на серверах сети Интернет или на любых иных носителях без каких-либо ограничений по объему и срокам публикации. Единственным условием перепечатки и ретрансляции является ссылка на первоисточник.
МКУ «Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан»
Руководитель: Аглямова Залифа Ахмадиевна
Адрес:  453500, Республика Башкортостан, г. Белорецк, ул. 5 июля, д. 3
Тел.: 8 (34792)-3-42-00
E-mail:  Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
График работы
Понедельник - Пятница с 9.00 до 18.00
Перерыв с 13.00 до 14.00
Выходные: суббота, воскресенье

Аббревиатуры используемые на нашем сайте

УК - Управление культуры

МКУ - Муниципальное казенное учреждение

МБУК - Муниципальное бюджетное учреждение культуры

МАУ - Муниципальное автономное учреждение 

МОБУ - Муниципальное образовательное бюджетное учреждение 

МАОУ  - Муниципальное автономное образовательное учреждение

ДОД - Дополнительное образование детей

ЦБС - Централизованная библиотечная система

ЦГБ - Центральная городская библиотека

ЦДЧ - Центр детского чтения

ГДК - Городской дворец культуры

РДК - Районный дом культуры

СК - Сельский клуб

СДК - Сельский дом культуры

Баннер МКУ "Управление культуры Белорецкого района"

Для публикации баннера официального сайта МКУ "Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан", используйте ниже приведенный код

 <a href="/uk-belor.ru" target="_blank" title="uk-belor.ru - официальный сайт МКУ &quot;Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан"><img src="/www.uk-belor.ru/images/banners/MKU_240x79.jpg" border="0" alt="Баннер МКУ &quot;Управление культуры Белорецкого района&quot;" title="uk-belor.ru - официальный сайт МКУ &quot;Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан" width="240" height="79" /></a>

 

Разработано креативным клубом JTemplate